Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
5 Июль 2021, 08:00

Өлгөлө ғаиләләрҙе бүләктәр көтә

Быйыл 8 июлдә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанында сағыу ғаилә фестивале ойоштороласаҡ.

Быйыл 8 июлдә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанында сағыу ғаилә фестивале ойоштороласаҡ, тип яҙа "Башҡортостан".
Сара 17 сәғәт 30 минутта башлана, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Изге Троицк кафедраль соборы эргәһендә ижади оҫталыҡ дәрестәре, уйын күнекмәләре, йәрминкә һәм фестиваль ойоштороласаҡ. Бөрөләр, ҡала ҡунаҡтары һөнәрселәр менән таныша, уҡ атырға өйрәнә, милли аш-һыуҙы, эсемлектәрҙе ауыҙ итә ала.
Ҙур ғаилә байрамы сәхнәһендә дәүләт наградалары – “Әсәлек даны” һәм “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалдары – тапшырыласаҡ. “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән оҙаҡ бергә йәшәү өлгөһө күрһәткәндәр бүләкләнәсәк. Әйткәндәй, республикабыҙҙың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының төбәк этабында еңгәндәр ҙә әлеге фестивалдә ҡатнашасаҡ. Бындай сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фестивалгә Марина менән Дмитрий Харатьян саҡырылған. Байрам аҙағында байрам өҫтәле ойоштороласаҡ.
Фото: Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: