Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
5 Июль 2021, 08:00

Һанаулы ғына көндәр ҡалды

“ФормART” граффити фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә.

“ФормART” граффити фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә.
“ФормART” – урам сәнғәте фестивале. Унда 16 – 35 йәшлек рәссамдар ҡатнаша һәм ҡалаһының тарихында үҙен иҫтәлеккә ҡалдыра – мөһим биналарҙың береһендә граффити – төшөрә ала.
2021 йылдағы конкурс эштәренең төп темаһы – “Киләсәккә ҡараш”, йәғни ил үҫеше ҡеүәте һәм яңы технологиялар. Фестивалдә Волга буйы федераль округында даими йәшәгән һәүәҫкәрҙәр, профессиональ стрит-арт рәссамдар үҙ көсөн һынай ала.
Фестиваль бер нисә этаптан тора. 1 – 7 июлдә үткәрелгән тәүгеһендә ғаризалар менән бергә эскиздар ҡабул ителә. Аҙаҡ эксперттар уларҙан иң яҡшыларын һайлап аласаҡ. Һайлап алынған эш ҡала мөхите объектында, ғәҙәттә, йорттарҙа, ойошмалар биналарына сағылыш таба.
Әҙер эштәрҙең фотоһы йәки видеоһы фестивалдең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйыласаҡ. Финал этабында иһә иң яҡшы эш эксперттар һәм урында йәшәүселәр фекере буйынса һайлап алынасаҡ.
Был сараның ойошторолоуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: