Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
4 Июль 2021, 08:00

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш аграрийҙарын сифатлы орлоҡ фонды менән тәьмин итәсәктәр

Радий Хәбиров үткәргән “Инвестсәғәт”тең сираттағы ултырышында Мәсетле районына дөйөм етештереүсәнлеге сәғәтенә 100 тонна булған иген киптереү комплексы төҙөү проекты ҡаралды.

Радий Хәбиров үткәргән “Инвестсәғәт”тең сираттағы ултырышында Мәсетле районына дөйөм етештереүсәнлеге сәғәтенә 100 тонна булған иген киптереү комплексы төҙөү проекты ҡаралды.
Уны «АҠТАУ” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдар Ниғәмәтйәнов тәҡдим итте.
Инвестор, был эшкә 320,5 миллион һум йүнәлтеп, республиканың төньяҡ-көнсығышындағы ауыл хужалығы етештереүселәрен сифатлы орлоҡ фонды менән тәьмин итеү өсөн иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ҡабул итеү, эшкәртеү һәм киптереү буйынса ҡеүәттәрҙе арттырмаҡсы.

Проектҡа ярашлы, төҙөүселәр Ключевой ауылында иген таҙартыу комплексын һала башлаған. Бынан тыш, ауыл хужалығы предприятиеһы газ ҡорамалдарына һәм инженерлыҡ инфраструктураһын монтажлауға килешеү төҙөгән. Икенсе комплекс Әләгәҙ ауылында урынлаша. Был производстволар сафҡа инеү менән 25 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: