Мораҙым
+17 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
3 Июля 2021, 03:00

Заманса кино залдары асыла

11 марттан алып 30 апрелгә тиклем Кино фонды, Рәсәй Федерацияһының 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡтарында милли фильмдар күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында, фильмдар күрһәткән ойошмаларға ярҙамға ғаризалар йыйҙы. Конкурс “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтә. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда өс кино залы асыла.

11 марттан алып 30 апрелгә тиклем Кино фонды, Рәсәй Федерацияһының 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡтарында милли фильмдар күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында, фильмдар күрһәткән ойошмаларға ярҙамға ғаризалар йыйҙы. Конкурс “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтә.
Һөҙөмтәлә Башҡортостанда өс кино залы асыла.
Улар өсөн заманса ҡоролмаларҙы Хәйбулла һәм Бүздәк район мәҙәниәт йорттары, шулай уҡ Языково ауылы мәҙәниәт йорто ала, тип белдерә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
2015 – 2020 йылдарҙа үткән конкурстарҙа Башҡортостандан 47 кино залына ярҙам күрһәтелгән.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас