“Һәр төбәктең дә бындай тәбиғәт байлығы – тауҙары, далалары, йылғалары һәм урмандары – юҡ. Әммә урмандарҙы ҡарарға кәрәк, һәм беҙ был эште башҡарабыҙ”, – тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
“Беҙ план буйынса урман ултыртыу техникаһын алабыҙ. Ошо көндәрҙә яңы махсуслаштырылған машиналар Балаҡатай, Маҡар һәм Өфө урман хужалыҡтарына китте. 2021 йылда барыһы 70 трактор, культиватор, һабан, һөрөү дискы – беҙҙең таулы ер өсөн бик кәрәкле барыһын да алдыҡ. Бының өсөн нигеҙҙә федераль ҡаҙнанан аҡса килеүен билдәләп үткем килә – 54,5 миллион һум.
Башҡортостан урманды тергеҙеү майҙаны буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй буйынса етенсе урында килә. Үткән йылда беҙ 15,3 мең гектар майҙанда 109,4 процент урманды тергеҙҙек. Һуңғы ун йылда – был иң ҙур күрһәткес. Урман ултыртҡанда беҙ 98 процент ҡиммәтле ылыҫлы ағас ултыртырға тырышабыҙ”, – тип дауам итә ул.
Фото Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.