Мораҙым
+16 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
26 Июня 2021, 10:56

БЕЛЕМДӘРЕН КАМИЛЛАШТЫРАЛАР

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә “Процестар фабрикаһы”нда 450-нән ашыу хеҙмәткәр белемен камиллаштырған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә “Процестар фабрикаһы”нда 450-нән ашыу хеҙмәткәр белемен камиллаштырған.
БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов шулай тип белдерә.
– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты эшләй башлағандан алып 30 “Процестар фабрикаһы” үткәрелде. 31 предприятие белгестәре белемен камиллаштырҙы, – ти ул.
“Процестар фабрикаһы” БР Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге нигеҙендә эшләй.
Уҡыуҙа йылына 400 миллион һум килем алған ойошмалар ҡатнаша ала. Проектта ҡатнашыу өсөн производительность.рф сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас