“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үткәрелә. Маҡсаты – беренсел медик-санитар ярҙамды камиллаштырыу, инфекцияһыҙ хроник сырхауҙары, ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре хәүефе, онкологик ауырыуҙары булған пациенттарға диспансер күҙәтеүе ойоштороу.
Әле сәләмәтлек автопоезы Яңауыл районына йүнәлгән. Бында табиптарҙың мобиль бригадаһы эшләй. Флюорография, маммография үтеү өсөн күсмә комплекс бар. Шулай уҡ күсмә ФАП-та яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина эшләтергә мөмкин, тип белдерә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Акцияның тәүге көнөндә Ямаҙы ауыл советында йәшәгән 140 кеше мөрәжәғәт иткән. Киләһе туҡталыш Яңы Артауыл, Эткенә, Киҫәкҡайын ауылдарында көтөлә. Акция 2 июлгә тиклем дауам итә.
Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.