Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Июня 2021, 03:00

"Донъяға сағыу төҫтәр аша бағырға шәп мөмкинлек"

Яңауыл районы пенсионерҙары “Демография” милли проекты ярҙамында Бөрө ҡалаһының тарихи урындарын барып күрҙе. Владимир Путиндың май указдары буйынса бойомға ашырылған был милли проект хаҡлы ялдағы Башҡортостан халҡына республиканың иҫтәлекле урындары буйынса сәйәхәт итергә мөмкинлек бирә.

“Сәйәхәт бик оҡшаны, тарихи ҡала хаҡында күп нәмә белдек, рәхәтләнеп ял иттек”, - тип тәьҫораттары менән бүлешә Галина Хөснөтдинова. Тамара Шәйҙуллинаға ла сәйәхәт оҡшаған, ул бының өсөн ойоштороусыларға рәхмәт әйтә, бындай сараларҙың йышыраҡ үткәрелеүен теләй. “Беҙ аралашырға, был донъяға яңы, сағыу төҫтәр аша ҡарарға мөмкинлек алдыҡ”, - ти ул.
Оло йәштәгеләр сәйәхәт итеп кенә ҡалмаған, төрлө музейҙарға, оҫталыҡ дәрестәренә лә йөрөгән.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте сайты.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»
Читайте нас