Башҡортостанда ошо маҡсатта муниципаль берәмектәрҙә 2019 – 2025 йылдарға иҫәпләнгән Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы пргграмма тормошҡа ашырыла.
Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында ошо программа буйынса күп фатирлы йорт һалына. Быйыл ҡасабала дөйөм майҙаны 3,8 мең квадрат метрлыҡ 11 йорттан 85 ғаиләне икенсе ергә күсереү планлаштырыла. Был маҡсатҡа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан 127,8 миллион һум аҡса бүленде. Ике миллион һумдан ашыу республика ҡаҙнаһынан йүнәлтелде, 15,362 миллион һумды муниципалитет бирҙе.
Биш ҡатлы йорт 2020 йыл аҙағында төҙөлә башлағайны. Әле төҙөүселәр дүртенсе ҡатты һала, бүлемдәр ҡуйыла. Июнь аҙағында фасад эштәренә һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүгә, ә июль аҙағында ҡыйыҡты монтажлауға тотонмаҡсылар.
Төҙөлөштө быйыл көҙгә тамамлау күҙаллана.
Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/370913/