Был фестиваль йылҡысылыҡты, ҡымыҙсылыҡты һәм милли йолаларҙы һаҡлап алып ҡалыу, үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу, популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Ауыл сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәтенә 1 июнгә тиклем фестивалдең республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов рәйеслегендәге ойоштороу комитетын, фестивалгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса планды раҫларға ҡушылған.