Мораҙым
+2 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
1 Июня 2021, 00:45
Инфоматтар уңайлыҡтар тыуҙыра
Туймазы районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Берҙәм дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, үҙәк район дауаханаһында табипҡа яҙылыуы өсөн һигеҙ инфомат ҡуйылды. Инфомат – түләү терминалына оҡшаған мәғлүмәт киоскыһы ул. Был ҡулайламаны Туймазы ҡалаһының 1, 2-се поликлиникаларында, бала табыу йортонда, балалар поликлиникаһында, стоматологияла, шулай уҡ Ҡандра, Серафимовка, Собханғол дауаханаларында ҡулланалар. Мәғлүмәт киоскылары бик уңайлы, улар аша табипҡа сиратһыҙ, үҙеңә уңайлы ваҡытта яҙылырға була. Инфоматтың йәнә бер өҫтөнлөгө: пациент талон алып ҡына ҡалмай, табипҡа күренеү өсөн уңайлы ваҡытты, хатта табипты һайлай ала. Электрон яҙылыу сирлеләргә регистратурала сиратта тормайынса белгескә күренеү мөмкинлеген бирә. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/102489 Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/102489 Автор: Лилия Давлетбакова
Добавить в предпочтительные источники Google
уймазы районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Берҙәм дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, үҙәк район дауаханаһында табипҡа яҙылыуы өсөн һигеҙ инфомат ҡуйылды.
Инфомат – түләү терминалына оҡшаған мәғлүмәт киоскыһы ул. Был ҡулайламаны Туймазы ҡалаһының 1, 2-се поликлиникаларында, бала табыу йортонда, балалар поликлиникаһында, стоматологияла, шулай уҡ Ҡандра, Серафимовка, Собханғол дауаханаларында ҡулланалар. Мәғлүмәт киоскылары бик уңайлы, улар аша табипҡа сиратһыҙ, үҙеңә уңайлы ваҡытта яҙылырға була. Инфоматтың йәнә бер өҫтөнлөгө: пациент талон алып ҡына ҡалмай, табипҡа күренеү өсөн уңайлы ваҡытты, хатта табипты һайлай ала. Электрон яҙылыу сирлеләргә регистратурала сиратта тормайынса белгескә күренеү мөмкинлеген бирә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/102489
Сығанаҡ:
https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/102489
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"