Мораҙым
+9 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
26 Мая 2021, 03:20

Бөтә Рәсәй акцияһы

Ғәҙәттәге генераль йыйыштырыуҙы уҙғарған ваҡытта ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу фекерен Рәсәйҙең 72 төбәге халҡы хупланы. 15 меңдән ашыу кеше өмәләрҙә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға саҡырған “ГЕН уборка” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашҡан. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән ”Экология”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттары нигеҙендә 17 апрелдән 16 майға тиклем барҙы. Уны “Милли өҫтөнлөктәр” ойошмаһы Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте ирекмәндәре ярҙамында ойошторҙо. Иң әүҙем субъекттар иҫәбендә Башҡортостан да бар. "Сүп-сарҙы айырым йыйыуға ҡыҙыҡһыныу артҡанын күрәбеҙ, шул иҫәптән аңлы ҡулланыу күҙлегенән дә. Һәм бында йәштәр тәьмин итеүсе булып тора, “Экология” милли проектын тормошҡа ашырғанда уларға нығыраҡ ышаныс белдерәбеҙ ҙә инде. Шуға ла биләмәләрҙе таҙартыу буйынса саралар менән рәттән социаль селтәрҙә челлендж ебәрелде, уны шулай уҡ билдәле шәхестәр ҙә хуплап ҡабул итте", – тип билдәләнеләр “Милли проекттар” ойошмаһында.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәҙәттәге генераль йыйыштырыуҙы уҙғарған ваҡытта ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу фекерен Рәсәйҙең 72 төбәге халҡы хупланы. 15 меңдән ашыу кеше өмәләрҙә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға саҡырған “ГЕН уборка” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашҡан.
Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән ”Экология”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттары нигеҙендә 17 апрелдән 16 майға тиклем барҙы. Уны “Милли өҫтөнлөктәр” ойошмаһы Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте ирекмәндәре ярҙамында ойошторҙо. Иң әүҙем субъекттар иҫәбендә Башҡортостан да бар.
"Сүп-сарҙы айырым йыйыуға ҡыҙыҡһыныу артҡанын күрәбеҙ, шул иҫәптән аңлы ҡулланыу күҙлегенән дә. Һәм бында йәштәр тәьмин итеүсе булып тора, “Экология” милли проектын тормошҡа ашырғанда уларға нығыраҡ ышаныс белдерәбеҙ ҙә инде. Шуға ла биләмәләрҙе таҙартыу буйынса саралар менән рәттән социаль селтәрҙә челлендж ебәрелде, уны шулай уҡ билдәле шәхестәр ҙә хуплап ҡабул итте", – тип билдәләнеләр “Милли проекттар” ойошмаһында.
Читайте нас