Мораҙым
+17 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Мая 2021, 03:40

Заманса ультратауыш диагностика аппараты алды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы яңы заманса ультратауыш диагностика аппараты алды. Эксперт класындағы ҡорамал пациенттарҙағы төрлө сирҙәрҙе иртә һәм теүәл диагностикалауҙа ярҙам итәсәк.- Ультратауыш аппараты табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтәсәк. Бер сменала ул йөҙгә тиклем тикшереү үткәрергә ярҙам итә, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Салауат Камалетдинов. - Иҫке ҡорамал менән сағыштырғанда уның өҫтөнлөктәре байтаҡҡа күп. Барыһынан да элек – тишеренеүҙәрҙең юғары сифатлы булыуы. Иң мөһиме – ул йөрәк сирлеләргә ҙур ярҙам күрһәтәсәк.Ҡорамал йөрәк сирҙәрен, муйын һәм баштағы перефирея тамырҙарын, ҡорһаҡ аортаһы аневризмаһын үҙ ваҡытында диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы яңы заманса ультратауыш диагностика аппараты алды. Эксперт класындағы ҡорамал пациенттарҙағы төрлө сирҙәрҙе иртә һәм теүәл диагностикалауҙа ярҙам итәсәк.
- Ультратауыш аппараты табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтәсәк. Бер сменала ул йөҙгә тиклем тикшереү үткәрергә ярҙам итә, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Салауат Камалетдинов. - Иҫке ҡорамал менән сағыштырғанда уның өҫтөнлөктәре байтаҡҡа күп. Барыһынан да элек – тишеренеүҙәрҙең юғары сифатлы булыуы. Иң мөһиме – ул йөрәк сирлеләргә ҙур ярҙам күрһәтәсәк.
Ҡорамал йөрәк сирҙәрен, муйын һәм баштағы перефирея тамырҙарын, ҡорһаҡ аортаһы аневризмаһын үҙ ваҡытында диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас