Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
20 Мая 2021, 10:40

Балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты

Ошо көндәрҙә Яңауыл районының Шудек ауылында өр-яңы балалар баҡсаһы тәүге бәләкәстәрҙе ҡабул итте. “Италмаҫ” тип аталған балалар баҡсаһы ошондай уҡ исем йөрөткән биҫтәлә былтырғы йылдың октябрендә асылғайны. Дөрөҫөрәге: ул төҙөлөп бөтөп тапшырылды, әммә документацияға бәйле эштәрҙе тамамлау бурысы ҡалған ине. Һәм бына, ниһайәт, балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты: ошо көндәрҙә уның тупһаһы аша тәүге бәләкәстәр атлап инде.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Яңауыл районының Шудек ауылында өр-яңы балалар баҡсаһы тәүге бәләкәстәрҙе ҡабул итте.
“Италмаҫ” тип аталған балалар баҡсаһы ошондай уҡ исем йөрөткән биҫтәлә былтырғы йылдың октябрендә асылғайны. Дөрөҫөрәге: ул төҙөлөп бөтөп тапшырылды, әммә документацияға бәйле эштәрҙе тамамлау бурысы ҡалған ине. Һәм бына, ниһайәт, балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты: ошо көндәрҙә уның тупһаһы аша тәүге бәләкәстәр атлап инде.
Мәктәпкәсә учреждениеның мөдире Диана Шараева әйтеүенсә, йәйге миҙгелдә бында егермеләп баланан торған төркөм эшләйәсәк, ә баҡсаға йөрөргә теләк белдергән бәләкәстәр һаны – 48. Әлеге ваҡытта баҡсала мөдирҙән тыш, ике тәрбиәсе һәм бер ашнаҡсы эшләй.
“Италмаҫ” балалар баҡсаһы “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килде. Мәктәпкәсә тәрбиә усағы 60 урынға иҫәпләнгән һәм заманса йыһаздар, ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Тышҡы уйын майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина япма түшәлгән, йәғни бында балаларҙың уңайлы үҫеше өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Йәш ғаиләләр йәшәгән биләмәләрҙә уңайлыҡтар булдырыу, яңы балалар баҡсалары төҙөү кеүек эштәрҙең барыһы ла Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас