Мораҙым
+9 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Мая 2021, 03:05

Өлкәндәр өсөн йылы төйәк

Яңы быуат башында күп кенә ауылдарҙа социаль объекттар, шул иҫәптән мәктәптәр, төҙөлдө. Әлбиттә, улар шаулап-гөрләп эшләргә тейеш ине. Әммә демография йылдан-йыл түбән тәгәрәү сәбәпле бер һәм ике ҡатлы белем усаҡтары бушап, етемһерәп ҡалды. Дәүләт тарафынан ғәйәт ҙур матди сығымдар түгеп сафҡа индерелгән биналар, әлбиттә, юҡҡа сығырға тейеш түгел. Урындағы халыҡ уны ҡуртымға алып, үҙ мәнфәғәтенә ҡулланыу яйын тапһа, урындағы хакимиәт өсөн дә, кешеләрҙең үҙҙәре өсөн дә яҡшы булыр ине. Ибрай ауылындағы ике ҡатлы мәктәп 2004 йылда үҙ ишектәрен асҡан. Оло үкенескә күрә, уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмеү сәбәпле, бер нисә йылдан белем усағының эше туҡтатылды. Хәрби комиссариат бер аҙ унда эшләп алғандан һуң, бинаның ишегенә ҡабат йоҙаҡ эленде. Уҙған аҙнала район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тап ошо бинаға ҡағылышлы һорау күтәрелде - Тәнзилә Мастюнина унда оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн пансионат асырға уйлай. Уның был өлкәлә үҙ аллы эш башларға теләүе һис тә юҡтан килеп сыҡмаған, был тармаҡта ярайһы уҡ ҙур эш тәжрибәһе бар: ауырыуҙы ҡараусы ла, Ижевск ҡалаһындағы өлкәндәр өсөн пансионатта идарасы һәм администратор ҙа булып эшләгән. Эш нескәлектәрен төптән белгән ханым Күгәрсенгә ҡайтҡас, үҙ эшен асыу алдынан оҙаҡ уйланған һәм үҙенә яҡшы таныш өлкәне һайларға булған. Тәнзилә Фәрит ҡыҙы әйтеүенсә, пансионат тәүҙә 20 инәй-бабайҙы үҙенә һыйҙырһа, эш яйға һалынғас, кешеләр һанын арттырырға мөмкин буласаҡ. Проектты инвестор 2021-2022 йылдарҙа үҙ иҫәбенә тормошҡа ашырырға, тәүге арала 2-5 кешене эшле итергә уйлай. Өлкәндәр бында тәүлек әйләнәһенә йәшәйәсәк. Әйткәндәй, башҡа пансионаттар менән сағыштырғанда бында хаҡтар түбәнерәк булып тип көтөлә. Дауахана менән килешеү төҙөләсәк, медицина хеҙмәткәрҙәре ваҡыт-ваҡыт килеп, инәй-бабайҙарҙың сәләмәтлеген тикшереп, ярҙам итеп торасаҡ. Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәил Иҫәнбирҙин был башланғысты ҡеүәтләүен белдерҙе. Беренсенән, яңы эш урындары буласаҡ, икенсенән, мәктәп бинаһы ла буш тормаясаҡ, тине ул.Тәнзилә Фәрит ҡыҙы йыл ярым элек кенә бинаның яҡшы торошта булыуын, хәҙер иһә тәҙрәләре, ишектәре ватылыуын, башҡа етешһеҙлектәрен, ҡуртымға алғандан һуң, башта ремонт эшләргә кәрәк булыуын телгә алды.- Пансионат беҙҙең район өсөн генә түгел, тирә-яҡ райондар өсөн дә уңайлы булыр тип көтөлә. Сөнки бындай учреждениелар яҡын тирәлә юҡ, иң яҡыны Салауат ҡалаһында. Дәүләт ҡарамағындағы ҡарттар йортона өлкәндәрҙе урынлаштырыу өсөн байтаҡ рәсми талаптарҙы үтәргә, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы йыйырға кәрәк, тормошта иһә ашығыс мәлдәр ҙә була. Мәҫәлән, ҡарауһыҙ ҡалған ҡарттарҙы бында шул уҡ көндә ҡалдырырға булыр ине, - тине Рәил Мөтиғулла улы.Район башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев инвесторҙың ниәтен тулыһынса хупланы, әммә СанПин талаптарын, Әбйәлилдәге кеүек фажиғәғә юл ҡуймаҫ өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәлен ҡәтғи үтәргә кәрәк икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы быуат башында күп кенә ауылдарҙа социаль объекттар, шул иҫәптән мәктәптәр, төҙөлдө. Әлбиттә, улар шаулап-гөрләп эшләргә тейеш ине. Әммә демография йылдан-йыл түбән тәгәрәү сәбәпле бер һәм ике ҡатлы белем усаҡтары бушап, етемһерәп ҡалды. Дәүләт тарафынан ғәйәт ҙур матди сығымдар түгеп сафҡа индерелгән биналар, әлбиттә, юҡҡа сығырға тейеш түгел. Урындағы халыҡ уны ҡуртымға алып, үҙ мәнфәғәтенә ҡулланыу яйын тапһа, урындағы хакимиәт өсөн дә, кешеләрҙең үҙҙәре өсөн дә яҡшы булыр ине.
Ибрай ауылындағы ике ҡатлы мәктәп 2004 йылда үҙ ишектәрен асҡан. Оло үкенескә күрә, уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмеү сәбәпле, бер нисә йылдан белем усағының эше туҡтатылды. Хәрби комиссариат бер аҙ унда эшләп алғандан һуң, бинаның ишегенә ҡабат йоҙаҡ эленде.
Уҙған аҙнала район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тап ошо бинаға ҡағылышлы һорау күтәрелде - Тәнзилә Мастюнина унда оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн пансионат асырға уйлай. Уның был өлкәлә үҙ аллы эш башларға теләүе һис тә юҡтан килеп сыҡмаған, был тармаҡта ярайһы уҡ ҙур эш тәжрибәһе бар: ауырыуҙы ҡараусы ла, Ижевск ҡалаһындағы өлкәндәр өсөн пансионатта идарасы һәм администратор ҙа булып эшләгән. Эш нескәлектәрен төптән белгән ханым Күгәрсенгә ҡайтҡас, үҙ эшен асыу алдынан оҙаҡ уйланған һәм үҙенә яҡшы таныш өлкәне һайларға булған.
Тәнзилә Фәрит ҡыҙы әйтеүенсә, пансионат тәүҙә 20 инәй-бабайҙы үҙенә һыйҙырһа, эш яйға һалынғас, кешеләр һанын арттырырға мөмкин буласаҡ. Проектты инвестор 2021-2022 йылдарҙа үҙ иҫәбенә тормошҡа ашырырға, тәүге арала 2-5 кешене эшле итергә уйлай. Өлкәндәр бында тәүлек әйләнәһенә йәшәйәсәк. Әйткәндәй, башҡа пансионаттар менән сағыштырғанда бында хаҡтар түбәнерәк булып тип көтөлә. Дауахана менән килешеү төҙөләсәк, медицина хеҙмәткәрҙәре ваҡыт-ваҡыт килеп, инәй-бабайҙарҙың сәләмәтлеген тикшереп, ярҙам итеп торасаҡ.
Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәил Иҫәнбирҙин был башланғысты ҡеүәтләүен белдерҙе. Беренсенән, яңы эш урындары буласаҡ, икенсенән, мәктәп бинаһы ла буш тормаясаҡ, тине ул.
Тәнзилә Фәрит ҡыҙы йыл ярым элек кенә бинаның яҡшы торошта булыуын, хәҙер иһә тәҙрәләре, ишектәре ватылыуын, башҡа етешһеҙлектәрен, ҡуртымға алғандан һуң, башта ремонт эшләргә кәрәк булыуын телгә алды.
- Пансионат беҙҙең район өсөн генә түгел, тирә-яҡ райондар өсөн дә уңайлы булыр тип көтөлә. Сөнки бындай учреждениелар яҡын тирәлә юҡ, иң яҡыны Салауат ҡалаһында. Дәүләт ҡарамағындағы ҡарттар йортона өлкәндәрҙе урынлаштырыу өсөн байтаҡ рәсми талаптарҙы үтәргә, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы йыйырға кәрәк, тормошта иһә ашығыс мәлдәр ҙә була. Мәҫәлән, ҡарауһыҙ ҡалған ҡарттарҙы бында шул уҡ көндә ҡалдырырға булыр ине, - тине Рәил Мөтиғулла улы.
Район башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев инвесторҙың ниәтен тулыһынса хупланы, әммә СанПин талаптарын, Әбйәлилдәге кеүек фажиғәғә юл ҡуймаҫ өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәлен ҡәтғи үтәргә кәрәк икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас