2021 йылдың мартында республикала 3 919 бала донъяға килгән, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 574 сабыйға, йәғни 17,2 процентҡа күберәк. Республика Волга буйы федераль округында тыуым үҫеше буйынса тәүге биш лидер исемлегендә. 2021 йылдың тәүге кварталында сабыйҙар тыуымы былтырғы йыл кимәлендә һаҡланған һәм 9 785 бала тәшкил иткән.
Күп балалы ғаиләләрҙең артыуы, йәш ата-әсәләрҙең ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса сабыйҙарын лайыҡлы тәрбиәләүгә көс һалыуы һөйөнөслө хәл. Ғинуар-март айҙарында донъяға килгән 3 031 сабый тап күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был 303 балаға күберәк тигән һүҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, демография өлкәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға тиклем тыуым коэффициентын 1,7-гә тиклем арттырыуҙы, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем кимәлен кәметеүҙе, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүҙе тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.