Мораҙым
+17 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
24 Апреля 2021, 03:00

400-ҘӘН АШЫУ ЙӘШ ҒАИЛӘ ЙӘШӘҮ ШАРТТАРЫН ЯҠШЫРТАСАҠ

Был мөһим эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.Төҙөлөш министрылығы белгестәре быйыл социаль түләү рәүешендәге адреслы ярҙамды торлаҡ һатып алыу, фатир алыу йәки йорт төҙөү өсөн алынған кредитты ҡаплатыу өсөн дүрт йөҙҙән ашыу ғаилә аласаҡ. Был маҡсатаҡа 414 млн һум аҡса бүленгән. Шуның 162 млн һумы федераль бюджеттан, 251 млн һум аҡса республика бюджетынан, 31,8 млн һумы муниципаль бүлектәрҙән алынған.

Был мөһим эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Төҙөлөш министрылығы белгестәре быйыл социаль түләү рәүешендәге адреслы ярҙамды торлаҡ һатып алыу, фатир алыу йәки йорт төҙөү өсөн алынған кредитты ҡаплатыу өсөн дүрт йөҙҙән ашыу ғаилә аласаҡ. Был маҡсатаҡа 414 млн һум аҡса бүленгән. Шуның 162 млн һумы федераль бюджеттан, 251 млн һум аҡса республика бюджетынан, 31,8 млн һумы муниципаль бүлектәрҙән алынған. Райондарҙа социаль түләүҙәргә бәйле таныҡлыҡтар тапшырыу башланған инде. 9 апрелдә Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев 23 ғаиләгә таныҡлыҡтар тапшырған. "Учалыла 18 ғаилә сертификатлы булды", - тип хәбәр итә район башлығы Руслан Ғиләзетдинов. Шулай уҡ таныҡлыҡтарға Ейәнсура, Шаран, Балтас, Нуриман, Бөрө, Благовещен районы йәш ғаиләләре эйә булған.
Яңылыҡ сығанағы: «Шоңҡар»
Читайте нас