Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы «Йәштәр» паркын реконструкциялау ағымдағы йылда тамамлана. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
2019–2020 йылдарҙа паркта йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн асфальт түшәлгән юлдар барлыҡҡа килгән, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйылған, эскәмйәле ял зоналары барлыҡҡа килгән, ҡарағайҙар ултыртылған.
Биләмәне төҙөкләндереүгә комплекслы ҡараш һөҙөмтәһендә балалар һәм воркаут майҙансыҡтары йыһазландырылған, спорт тренажёрҙары ҡуйылған. Был йәһәттән «Реаль эштәр» партия проекты нигеҙендә ярҙам күрһәтелгән. Бағыусы – райондың почётлы гражданы Рафаил Нурмөхәмәтовтың тырышлығы менән спорт майҙансығы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырлған.
2021 йыл аҙағына парк бөтә нормаларға һәм талаптарға ярашлы төҙөкләндерелгән биләмәгә әүереләсәк. Балалар майҙансығына резина япма түшәлә, видеокүҙәтеү системаһы ғәмәлгә индерелә, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн уйын комплексы, эскәмйә-шезлонгтар, сүп-сар һауыттары, велотуҡталҡалар һәм башҡа объекттар барлыҡҡа киләсәк.
Әйткәндәй, районда һәр кеше төҙөкләндереү биләмәһен һайлауҙа ҡатнаша, объекттың дизайн-проекты өсөн тауыш бирә ала. Был эш 26 апрелдә тормошҡа ашырыла башлай: https://2.gorodsreda.ru/ порталында Боҙаяҙ һәм Һәүәләй ауылдарындағы ике парктың дизайн-проекттары өсөн тауыш биреү уҙғарыла.