Мораҙым
+19 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Апреля 2021, 03:00

“ВИКТОРИЯ” ҠАЗАНДЫ ЯУЛАНЫ

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт үҙәгенең “Виктория” эстрада-спорт бейеүҙәре өлгөлө ансамбле Ҡазан ҡалаһында үткән “Бейе, Рәсәй!” Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы, шулай уҡ 50 мең һумлыҡ аҡсалата грант алды. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт үҙәгенең “Виктория” эстрада-спорт бейеүҙәре өлгөлө ансамбле Ҡазан ҡалаһында үткән “Бейе, Рәсәй!” Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы, шулай уҡ 50 мең һумлыҡ аҡсалата грант алды.
Конкурста ике төркөм ҡатнашты. Бәләкәстәр – дүрт, ҙурҙар төркөмө өс номер әҙерләгәйне.
“Оҙаҡ ваҡыт сит ерҙәргә сығып йөрөй алманыҡ. Шуға ла был конкурста ҡатнашыуыбыҙға бик ҡыуандыҡ. Иң ҡатмарлыһы – тултынланыуҙы еңеү булды”, – ти “Виктория” ансамбле тәрбиәләнеүсеһе София Борисова.
Ансамбль киләсәктә лә бәйгеләрҙә ҡатнашырға йыйына. 18 апрелгә мөһим ваҡиға – ҡала мәҙәниәт үҙәгендә “Уяныу” тип аталған яҙғы концерт билдәләнгән.
Фото – Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы
Читайте нас