Мораҙым
+13 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Апреля 2021, 03:00

“Һөйләшәйек ихлас йөрәктән” клубының сираттағы ултырышы үтте

Ағиҙел ҡалаһы үҙәк китапханаһында “Һөйләшәйек ихлас йөрәктән” клубының сираттағы ултырышы үтте. Кисәнең темаһы – “Ҡатын-ҡыҙ ғали йәнәптәре”.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Ағиҙел ҡалаһы үҙәк китапханаһында “Һөйләшәйек ихлас йөрәктән” клубының сираттағы ултырышы үтте. Кисәнең темаһы – “Ҡатын-ҡыҙ ғали йәнәптәре”.
Кисәгә йыйылыусылар Ағиҙел ҡалаһы үҫешенә күп көс һалған ҡатын-ҡыҙҙар – алдынғы уҡытыусылар Татьяна Поспелова, Фәүзиә Фәррәхова, табип Кафия Рузиева, мировой судья Миләүшә Ғатауллина – менән осраша. Психолог Гүзәл Шахмина сараға килеүселәрҙе тыныслыҡ һәм бәхет тулҡынына көйләй.
Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, балаларҙың сығышы, автор-башҡарыусы Наилә Кәримованың Ағиҙел тураһында яңы йыры барыһының да күңеленә хуш килә.
Кисә аҙағында сәй табыны ойошторола, йыр-моң, бейеү һәм уйындар дауам итә.
Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтә.
Фото – Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.
Читайте нас