Мораҙым
+24 °С
Дождь
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Апреля 2021, 03:00

СИРАТТАР ЮҠҠА СЫҒЫР

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә.
Балалар баҡсаһы 50 урынға иҫәпләнгән. “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән учреждение 2021 йыл аҙағында ишектәрен аса.
Әле “Ризалит” подряд ойошмаһы (директоры – Рафаэль Шаһиморатов) бинаның тышҡы йөҙөн йылыта башлаған. Байтаҡ эштәр башҡарылған, әммә төҙөлөштө тамамлау өсөн күп көс һалырға кәрәк әле, тип белдерә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Социаль объектты төҙөү балалар баҡсаһына сират проблемаһын юҡҡа сығарыр, тип көтөлә.
Фото – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Читайте нас