Ҡариҙел ауылының Үҙәк район китапханаһында электрон китапхана эшләй башланы. Уҡыусылар хәҙер “ЛитРес: Китапхана” порталында ҡуйылған бөтә электрон һәм аудиокитаптарҙы түләүһеҙ уҡый һәм тыңлай ала.
“Мин бик уҡырға яратам, үҙәк китапханала йыш булам. Хәҙер китапханала булмаған әҙәбиәтте лә, яңы сыҡҡан баҫмаларҙы ла ҡарап барырға мөмкинлек тыуҙы”, – ти Лилиә Ғәйнетдинова.
Уҡыусылар өсөн “ЛитРес: Китапхана” онлайн-практикумы үткәрелгән, унда һәр кем уҡыусы билетына, паролгә эйә булған.
Китаптарҙы компьютерҙа, планшетта, смартфонда һәм башҡа мобиль ҡоролмаларҙа уҡып була.
Электрон китапхана “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.