Мораҙым
+12 °С
Дождь
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
25 Марта 2021, 03:00

Электрон паспорт ғәмәлгә инә

2021 йылдың 1 декабренән Рәсәйҙә электрон паспорт бирә башлаясаҡтар. Иң беренсе булып уны мәскәүлеләр ҡулына алһа, ҡалған төбәктәр халҡы техник мөмкинлеккә ҡарап юллай аласаҡ. «Цифрлы иҡтисад» милли проектына ярашлы 2023 йылдың 1 июленә ҡәҙәр һәр кешенең шәхесен раҫлаған документы электрон форматта булырға тейеш.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

2021 йылдың 1 декабренән Рәсәйҙә электрон паспорт бирә башлаясаҡтар. Иң беренсе булып уны мәскәүлеләр ҡулына алһа, ҡалған төбәктәр халҡы техник мөмкинлеккә ҡарап юллай аласаҡ. «Цифрлы иҡтисад» милли проектына ярашлы 2023 йылдың 1 июленә ҡәҙәр һәр кешенең шәхесен раҫлаған документы электрон форматта булырға тейеш.
Яңы паспорт чиплы карточка рәүешендә. Унда хужаның шәхси һәм биометрик белешмәләре: исем-шәрифе, фотографияһы, бармаҡтарының папилляр биҙәге, электрон имзаһы, тыуған йылы, йәшәү урыны буйынса теркәлеүе, ғаилә хәле яҙыла.
Читайте нас