Былтырғы көҙҙән республикала өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаһына сиратта торған ғаиләләр ер участкаһы урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән 15 меңдән ашыу ғаилә ер участкаһына сиратта тора, шул иҫәптән алты мең самаһы – Өфө ҡалаһында.