БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына Башҡортостандан 106 предприятие йәлеп ителгән. “Добрый картон” ойошмаһы гофрировкалы ҡағыҙ, ҡатырға һәм ҡатырға һауыттар етештерә. Уларҙың ҡулланыу даирәһе ифрат та киң инде.