2021 йыл аҙағына Дүртөйлөлә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһының “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә яңы йәмәғәт урыны барлыҡҡа киләсәк.
“Асыҡ ҡала” проекты буйынса ҡаланың тарихи һәм заманса үҙәктәре берләшәсәк: элекке һыра заводы һәм Ленин майҙаны территориялары.
Элекке завод урынындағы “Бөртөк” яңы майҙансығы йәштәр өсөн, ә Ленин майҙаны ял итеү һәм саф һауала йөрөү өсөн урын буласаҡ Был ике ҡала зонаһы Ленин урамы буйлап йәшеллек менән тоташтырыласаҡ.
Сығанаҡ: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.