Бинала ҙур эштәр планлаштырыла. Уның ал яғы, ҡыйығы, иҙәндәре йүнәтелә, тәҙрәләре алмаштырыла, эске биҙәү эштәре башҡарыла, кабинеттар үҙгәртелә. Һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаларын йүнәтеү, бәҙрәфкә, яҡтыртыу һәм йылытыу системаларына ремонт эшләү, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылыуы көтөлә. Мәктәп биләмәһе лә ипкә килтерелә.