Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
28 Февраля 2021, 05:00

Өфөлә форумда экологияның үҫеш тенденцияһын анализлаясаҡтар

Экология форумы Өфөлә 2021 йылдың 10-12 мартында үтәсәк. Был экология мәҙәниәтен үҫтереүҙе стимуллаштырырға тейешле төбәктәге берҙән-бер күп тармаҡлы күргәҙмә проекты. Ул «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу» федераль проекты маҡсаттарына тулыһынса яуап бирә. Форум махсуслаштырылған «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәһен һәм киң эшлекле программаны берләштерә. Ҡатнашыусылар шәхсән килеп тә ҡатнаша, форум артынан онлайн рәүештә лә күҙәтә аласаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Экология форумы Өфөлә 2021 йылдың 10-12 мартында үтәсәк. Был экология мәҙәниәтен үҫтереүҙе стимуллаштырырға тейешле төбәктәге берҙән-бер күп тармаҡлы күргәҙмә проекты. Ул «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу» федераль проекты маҡсаттарына тулыһынса яуап бирә.
Форум махсуслаштырылған «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәһен һәм киң эшлекле программаны берләштерә. Ҡатнашыусылар шәхсән килеп тә ҡатнаша, форум артынан онлайн рәүештә лә күҙәтә аласаҡ.
2021 йылда Форумдың төп ваҡиғаһы «тотороҡло үҫеш һәм киләсәк экологияһы: ваҡыт тенденциялары һәм талаптары» Стратегик сессияһы буласаҡ. Эшлекле программа сиктәрендә һыу ресурстарын рациональ файҙаланыу, атмосфера һауаһын мониторингылау мәсьәләләре буйынса бер нисә түңәрәк өҫтәл һәм дискуссия майҙансыҡтары эшләйәсәк. Экологик хәүефһеҙлектең төп мәсьәләләренең береһе – ҡалдыҡтар менән эш итеү темаһы. Айырым секциялар ҡулланыуҙың рациональ моделдәренә бағышланасаҡ. Ведомство-ара кәңәшмәлә һүҙ шулай уҡ етештереүҙең хәүефле ҡалдыҡтары тураһында ла барасаҡ. Форумдың күп темалары тәбиғәтте һаҡлауға бағышланған буласаҡ.
Форум программаһында йәмәғәт хәрәкәттәре, һәүәҫкәр экологтар өсөн дә саралар ҡаралған. Төбәктең мәктәп уҡыусылары өсөн «Йәш урбанист-эколог» проектының презентацияһы буласаҡ. Ҡатнашыусылар өсөн сеймал ҡабул итеү буйынса акциялар, эшкәртелгән материалдарҙан тегелгән кейем менән дефиле, шулай уҡ экодәрестәр ойоштороласаҡ. Саралар хәүефһеҙлек сараларын, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселегенең талаптарын һәм тәҡдимдәрен үтәү менән уҙасаҡ.
Бынан тыш, виртуаль күргәҙмә һәм эшлекле программаның онлайн-форматы online.bvkexpo.ru платформаһында тәҡдим ителәсәк.
Экология форумында ҡатнашыу һорауҙары буйынса (347) 246-42-81, 246-42-85 телефондарына, kongress@bvkexpo.ru, yudin@bvkexpo.ru, ә «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәһендә ҡатнашыу һорауҙары буйынса (347) 246-41-80, 246-42-37 телефондарына мөрәжәғәт итергә, e-mail: eco@bvkexpo.ru.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://ecology.bashkortostan.ru/
Читайте нас