Константин Жаркевичтың «Мехуборка» компаниялары федераль төркөмөнән «Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторы үткәргән экологик дәрестәрҙә, квестарҙа һәм конкурстарҙа 3,5 мең тирәһе бала ҡатнашты.
- Бындай занятиелар балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, лагерҙарҙа һәм ял базаларында ял итеүсе балалар, кесе һәм урта класс уҡыусылары менән үткәрелде. Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңыуал райондары, Нефтекама, Ағиҙел, Межгорье ҡалаларынан балаларға ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса дәрестәр үткәрелде, - тине «Дюртюлимелиоводстрой» компанияһы гендиректоры Евгений Юдинцев.
Программаға ике йүнәлеш индерелгән: экологик белем биреү, икенсел сеймалды креатив ҡулланыу акциялары аша тәбиғи ресурстарҙы экономиялауҙы һәм ҡалдыҡтарыҙы айырып йыйыуҙы пропагандалау.
2020 йылда «Мехуборка» үҙе эшмәкәрлек алып барған зоналағы мәктәптәр араһында «Икенсел сеймалдан мөғжизәләр тыуҙырыу» экологик конкурсын үткәрҙе. Унда 82 белем биреү учреждениеһынан балалар ҡатнашты. Ул ике этапта уҙғарылды, Үрге Йәркәй ауылының 1-се Гимназияһы еңеүсе тип танылды, уға ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн яңы экоконтейнерҙар тапшырылды.
- Балаларҙың тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тураһындағы белемде теләп үҙләштереүен, сүп-сарҙы айырып йыйырға әҙер булыуҙарын күреүебеҙ беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә эшләүебеҙҙе иҫбатлай, -ти «Дюртюлимелиоводстрой» (ГК «Мехуборка») директоры Евгений Юдинцев.
Төбәктә халыҡҡа экологик белем биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Был «Экология» милли проектының маҡсаттарына ирешеү өсөн башҡарыла. Бының өсөн граждандар менән төрлө акциялар, фәнни-практик конференциялар, экологик дәрестәр, форумдар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы.