Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан “Авангард” компанияһы БР бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү агентлығының Төбәк гарантия фондына яуаплылыҡты өҫтөнә алыу өсөн мөрәжәғәт иткән. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә ойошмаға 17 миллион һумдан ашыу кредит аҡсаһы йәлеп ителгән.
Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының төп кәңәшсеһе Илгизәр Саньяров хәбәр итеүенсә, “Авангард” ойошмаһы малсылыҡ һәм үҫемселек менән шөғөлләнә. Предприятие 2010 йылдан алып эшләй. Уртаса һандарҙы алғанда, 180 хеҙмәткәре бар.