Мораҙым
+2 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
22 Января 2021, 05:00

Башҡортостанда завод етештереүҙе модернизациялауға 200 млн һум аҡса тотонған

Башҡортостан Республикаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты ҡатнашыусыһы булған «Альтернатива» пластмасс изделиелар заводы етештереүҙе модернизациялауға 200 млн һум аҡса тотонған. Шулай итеп предприятие баҡса, аш-һыу бүлмәһе өсөн пластмасс изделиелар етештереүҙе арттырған, шулай уҡ етештерелеүсе продукцияның хаҡын 7 процентҡа кәметә алған. Был турала БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Республикаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты ҡатнашыусыһы булған «Альтернатива» пластмасс изделиелар заводы етештереүҙе модернизациялауға 200 млн һум аҡса тотонған. Шулай итеп предприятие баҡса, аш-һыу бүлмәһе өсөн пластмасс изделиелар етештереүҙе арттырған, шулай уҡ етештерелеүсе продукцияның хаҡын 7 процентҡа кәметә алған. Был турала БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.
«Предприятие хәҙер «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектына ингән хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса өҫтөнлөклө программаның тәүге ҡатнашыусыларының береһе булғайны. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға адреслы ярҙам сиктәрендә заводта етештереү ағымдары оптимизацияланды, был продукцияның көнәркәшлеккә һәләтлелеген дә арттырырға мөмкинлек бирҙе», - тип өҫтәне Айрат Фәхретдинов.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://economy.bashkortostan.ru/
*Беҙгә социаль селтәрҙәрҙә ҡушылығыҙ: «ВКонтакте», «Одноклассники», «Инстаграм», «Фейсбук»
Читайте нас