Стәрлетамаҡта 2020 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыуҙың йомғаҡтары билдәле булды. 2020 йылда Стәрлетамаҡ агломерацияһы сиктәрендә урындағы автомобиль юлдарының транспорт-файҙаланыу торошон яҡшыртыу буйынса күрһәткес 56,53 процент тәшкил итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылда милли проект сиктәрендә 15 автомобиль юлының 15,73 км оҙонлоғондағы өлөшөндә юл ҡатламын ремонтланылар.
Суханов-Стәрлебаш тракты-Ильич урамдары һәм Коммунистик-Ҡаранай Моратов-Урау урамдары юл киҫелештәре яңыртылған.
11 светофор объекты (шул иҫәптән 3 яңы) алмаштырылған һәм ҡуйылған, 248 юл билдәһе алмаштырылған.