Мораҙым
+21 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
28 Декабря 2020, 05:00

Ауыл биләмәләрендә медицина пункттары селтәре үҫеше дауам итә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостандың ауыл биләмәләрендә медицина пункттары селтәре үҫеше дауам итә. Бөгөн Йәрмәкәй районы Яңы Шах ауылында ла фельдшер-акушер пункты асылды. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостандың ауыл биләмәләрендә медицина пункттары селтәре үҫеше дауам итә. Бөгөн Йәрмәкәй районы Яңы Шах ауылында ла фельдшер-акушер пункты асылды.
ФАП 168 кешене хеҙмәтләндерә. Уларҙың 22-һе – 17 йәшкә тиклемге балалар. Бында дүртенсе йыл инде йәш белгес Алина Кәлиуллина эшләй.
– Яңы Шах ауылы үҙәк район дауаханаһынан 50 саҡрым алыҫлыҡта ята. Сифатлы медицина ярҙамы һәм профилактика көндән-көн беҙҙең халыҡҡа яҡынайғаны ҡыуандыра. Был ауыл халҡының сәләмәтлегенә генә түгел, ауылдарҙың үҫешенә лә ыңғай тәьҫир итә, – ти район хакимиәте башлығы Илшат Райманов.
ФАП-та капиталь төҙөлөш 2019 йылда башланған. Уны төҙөү өсөн республика бюджетынан 3,1 миллион һум аҡса бүленгән.
Читайте нас