12-14 декабрҙә Бәләбәйҙә һәм Нефтекамала IT-проекттар өсөн төбәк акселерация программаһы сиктәрендә ойошторолған «Стартап көндәр» үтте. Сара онлайн форматта булды. Йәш инноваторҙар, ғалимдар, студенттар уңышлы бизнесмендар, тармаҡтың төп белгестәре менән осрашты.
Ҡатнашыусыларға IT тармағында фәнде, бизнесты, мәғлүмәт технологияларын үҫтереү буйынса ярҙам программалары, шулай уҡ проекттар өсөн Инновацияларға ярҙам итеү фонды гранттары тураһында һөйләнеләр. Эшҡыуарҙар үҙҙәренең инновация проекттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, бизнестың төрлө тармаҡтарында яһалма интеллектты ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Проекттар авторҙары Өфө дәүләт нефть-техник университеты, БР Фәнде үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды белгестәренән, Инновацияларға ярҙам итеү фондының төбәк вәкилдәренән шәхси консультациялар алды.
Сараларҙы IT проекттар өсөн төбәк акселераторы сиктәрендә мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә бағышланған «Стартап көндәр» тамамланы. Инновацион эшләнмәләргә ярҙам итеүҙең был программаһы 2020 йылдың йәйендә БР Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы заказы буйынса «РФ һанлы иҡтисады» милли программаһының «Һанлы технологиялар» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ебәрелгәйне.