Мораҙым
+19 °С
Дождь
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
12 Декабря 2020, 05:00

РЕСПУБЛИКАҒА МӘҒЛҮМӘТ ТЕРМИНАЛДАРЫ ҠАЙТАРТЫЛДЫ

«Электрон сират» системаһы өсөн 235 сенсорлы мәғлүмәт терминалы һәм 470 һөнәри дисплей республика медицина ойошмаларына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм «Һаулыҡ һаҡлау тармағында Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыу нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контурҙы булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә ҡайтартылды.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

«Электрон сират» системаһы өсөн 235 сенсорлы мәғлүмәт терминалы һәм 470 һөнәри дисплей республика медицина ойошмаларына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм «Һаулыҡ һаҡлау тармағында Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыу нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контурҙы булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә ҡайтартылды.
Белгестәр системаның поликлиникаларҙа сиратты тыныс һәм тигеҙ үткәрергә, ярҙам артынан медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән пациенттарҙың поликлиникала булыу ваҡытын кәметергә мөмкинлек бирәсәген билдәләй. Шулай уҡ онлайн режимда граждандарҙы ҡабул итеүҙе замансалаштырып, пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреп буласаҡ.
Пациенттар поликлиникаға мөрәжәғәт иткәндә администратор теркәлергә, паспорт йәки мотлаҡ медицина страховкалауы полисын күрһәтеп, сенсорлы мәғлүмәт порталында «Электрон сират»ҡа яҙылырға ярҙам итәсәк. Полис буйынса штрих-кодты йәки электрон полистың чипын уҡыу юлы менән идентификация үтеү мөмкин. Мәғлүмәт терминалы пациенттарға тере сират буйынса һәм үҙҙәренә уңайлы булған ваҡытҡа алдан аныҡ белгескә яҙылыу мөмкинлеген бирә.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/
Читайте нас