Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
5 Декабрь 2020, 10:00

ҺАНЛЫ ИҠТИСАД КОМПЕТЕНЦИЯЛАРЫНА ӨЙРӘНӘЛӘР

Яңауыл районында урындағы үҙидара органдары муниципаль хеҙмәткәрҙәре, учреждениелар һәм предприятиелар эшселәре һанлы иҡтисад компетенцияларына өйрәнгән. Электрон курсты иҡтисад һәм социаль өлкәлә эшләгән 514 кеше үткән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңауыл районында урындағы үҙидара органдары муниципаль хеҙмәткәрҙәре, учреждениелар һәм предприятиелар эшселәре һанлы иҡтисад компетенцияларына өйрәнгән. Электрон курсты иҡтисад һәм социаль өлкәлә эшләгән 514 кеше үткән.
Уҡыуҙар заманса веб-технологиялар ҡулланып, “БР электрон белем биреү” республика платформаһында дистанцион рәүештә үтә.
Өҫтәлмә белем биреү сиктәрендә һанлы иҡтисад компетенцияларына өйрәнгән кешеләр һаны буйынса Яңауыл районы Башҡортостан Республикаһы муниципалитеттары араһында алда бара, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– Төрлө хәлдәрҙә беҙгә мөһим һәм яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Көндәлек эш беҙҙән ҡанундарҙы белеүҙе генә түгел, һанлы контент, мәғлүмәти сервистар, ИТ-инструменттар менән эшләй белеүҙе талап итә. Әлеге уҡыу курсы һанлы технологиялар өлкәһендә мәғлүмәтлелек оҫталығын арттырырға ярҙам итә. Программаны һөҙөмтәлерәк үҙләштереү өсөн тьюторҙар яғынан ярҙам ойошторолған, – ти Яңауыл районы хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, кадрҙар эше һәм коррупцияға ҡаршы тороу буйынса бүлеге етәксеһе Гөлшат Хазипова.
Сара “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола. Уҡыу тамамланғас, һәр белем алыусыға квалификация күтәреү тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.
Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы"
Читайте нас: