Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
4 Декабрь 2020, 10:00

Балалар сәнғәт мәктәбе йыһазландырылған

"Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы 2019 - 2020 йылдарҙа Тәтешле районындағы Балалар сәнғәт мәктәбе балалайка, гитара, баян, тальянка һәм тынлы музыка ҡоралдары менән йыһазландырылған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

"Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы 2019 - 2020 йылдарҙа Тәтешле районындағы Балалар сәнғәт мәктәбе балалайка, гитара, баян, тальянка һәм тынлы музыка ҡоралдары менән йыһазландырылған.
Был иһә ниндәйҙер дәрәжәлә уҡыусыларҙың әҙерлек кимәлен күтәрергә ярҙам итәсәк. Сөнки музыка ҡоралдары бик иҫкергән була, хатта ҡайһы берҙәре 25 йылдан ашыу ҡулланылған.
Ошо көндәрҙә гитара синыфы тәрбиәләнеүселәре — Элина Ғәлиханова менән Иван Миңлегәрәев (педагогтары — Р. С. Ғарифуллин) Бөйөк Ватан һуғышына арналған зона буйынса "Межгорьела - классик гитара" тигән асыҡ фестиваль-конкурсында ҡатнашҡан. Бында уларҙың дипломант булыуы — балаларҙың ҙур уңышы. Йәш музыканттарҙың оҙаҡ һәм тырышып шөғөлләнеү һөҙөмтәһе лә. Балалар үҙҙәре әйтеүенсә, уларға уңышҡа ирешергә яңы гитаралар ярҙам иткән.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;
#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин
Читайте нас: