Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
3 Декабрь 2020, 10:00

Һәр кемгә 24 килограмдан тура килә

Башҡортостандағы Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтары әҙерләнгән татлы тамырҙың өстән ике өлөшөн эшкәрткән һәм республика халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек күләмдә шәкәр етештергән, тип хәбәр итә төбәктең Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ағымдағы йылдағы уңыштан 100 мең тонна шәкәр алынған. Тимәк, төбәктәге һәр кемгә 24 килограмм шәкәр тура килә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Башҡортостандағы Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтары әҙерләнгән татлы тамырҙың өстән ике өлөшөн эшкәрткән һәм республика халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек күләмдә шәкәр етештергән, тип хәбәр итә төбәктең Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ағымдағы йылдағы уңыштан 100 мең тонна шәкәр алынған. Тимәк, төбәктәге һәр кемгә 24 килограмм шәкәр тура килә.
Әйткәндәй, шәкәр – экспортҡа сығарылған төп аҙыҡтарҙың береһе лә. Ағымдағы йылда 20 миллион долларлыҡ 51 мең тонна шәкәр һатылған. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорт ауыл сәнәғәте комплексы продукцияһы экспортының дөйөм күләме 27 ноябргә 135 миллион доллар тәшкил иткән. Ә былар барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары ярҙамында барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының “Агросәнәғәт продукцияһын экспортҡа сығарыу” проекты ярҙамында мөмкин булған. Әйткәндәй, был милли проект 2018 йылдың 1 октябрендә тормошҡа ашырыла башлағайны һәм 2024 йылдың 31 декабрендә тамамланырға тейеш, тип күҙаллана.
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;
#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин
Читайте нас: