Төбәктә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә “Агростартап” дәүләт программаһында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары әүҙем ҡатнаша. Быйыл 19 миллион һумдан ашыу суммаға дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкәндәр. Аҡъяр ауылынан Рәмилә Әминева, Әбештән Салауат Илембәтов – ҡортсолоҡ буйынса, Маҡандан Арыҫлан Иҫәнгилдин – ит етештереү, Маҡан ауылынан Владислав Попов һөт етештереү йүнәлешендә грант яулаған.“Ғаилә фермаһы” программаһына ярашлы, Әбеш ауылынан Алмас Илембәтов – һөт, Маҡандан Илдар Иҫәнгилдин ит етештереү буйынса дәүләт ярҙамы алған, “Яңы эш башлаған фермер” программаһында Һамар ауылынан Азамат Шәйәхмәтов иген культураларын үҫтереү маҡсатында еңеү яулаған. Үткән йылда райондан был программаларҙа ни бары бер фермер дәүләт ярҙамы алыуға ирешһә, быйыл иһә ете эшҡыуарға артабан үҙ эшен киңәйтеү мөмкинлеге тыуған.Аҡъяр ауылы эшҡыуары Рәмилә Әминева менән яҡындан таныштыҡ. Ул 2 699 145 һумлыҡ грант аҡсаһы алған.Көйөргәҙе ҡыҙы Рәмилә Рафаэль ҡыҙы Хәйбуллаға килен булып төшкән. Тормош иптәше Зиннур Әминев менән икеһе лә ауылға уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Ғаилә күпләп мал аҫрай, һөт, ит ризыҡтарын баҙарға сығара. Аҙнаһына бер тапҡыр ғына баҙарҙа тороп һатыуҙан әллә ни табыш килмәүен аңлаған ханым эшҡыуарлыҡҡа ныҡлап тотонорға тәүәккәллек итә. Теләгенә ире лә ҡаршы килмәй, киреһенсә, бар яҡлап ярҙам итә, терәк була. Хәйбулла районының Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыуы үҙ эшен асҡан уңғандар өсөн бигерәк тә ҡулай һәм отошло. Улар Гай һәм Орск ҡалаларына йыш йөрөй, клиенттарҙың да күбеһе шул тарафтарҙан.– Эшемде ит эшкәртеү йүнәлешендә башларға булдым, сөнки күп ауылдарҙа халыҡ мал көсө менән йәшәй, әммә улар итен ҡайҙа тапшырырға, нисек һатырға белмәй. Аптырағас, күп осраҡта быҙау көйөнсә күрше Татарстандан килгән алыпһатарҙарға биреп ебәрергә мәжбүр булалар. Ошо мәсьәләне белеп, уларға нисек тә ярҙам итеү маҡсатында ит эшкәртеү йүнәлешенә туҡталдым. Бизнес-план төҙөп, проектты тапшырҙым, ул еңеп сыҡҡас, дәртләнеп эшкә тотондом. Дәүләт ярҙамы аҡсаһына ит ташыу өсөн махсус техника һатып алдыҡ, ҡалғанын ярымфабрикаттар етештереү өсөн цех асырға, махсус ҡоролмалар алыуға тотонасаҡбыҙ, – ти эшҡыуар ҡатын.Үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡҡа иғтибар итеү, уны урында ҡулланыу, мәктәп уҡыусыларының менюһына индереү мәсьәләһен республика Башлығы Радий Хәбиров та хуплай, шуға күрә Рәмилә Әминева яңы асылған цехта сифатлы һәм татлы иттән кәтлит, фрикаделька етештереүҙе планлаштыра. Уларҙың барыһы ла шунда уҡ мәктәптәргә һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына оҙатыласаҡ.Ит ризыҡтарын шулай уҡ урындағы кафеларға, сауҙа нөктәләренә илтәсәктәр. Ит өсөн малды урындағы эшҡыуарҙар килтерәсәк, улар менән килешеү төҙөлә. Яңы цех сафҡа инһә, ике кешегә эш урыны булдырыу ҡарала.Әгәр ҙә тауарың сифатлы һәм тәмле икән, баҙарҙа уны һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Эшҡыуарлыҡта күптән үҙ аҙымдарын яһаған эшлекле ханым быны яҡшы аңлай. “Әлегә – цех, артабан уны киңәйтеү мөмкинлеге лә булыр, тауар ассортиментын да байытырбыҙ, – ти Рәмилә Әминева.