Заманса аудио һәм видеотехника, юғары тиҙлектәге интернет селтәре менән йыһазландырылған виртуаль концерт залы Рәсәйҙең иң яҡшы концерт залдары сәхнәләрендә башҡарылған музыкаль әҫәрҙәрҙе юғары сифатта ишеттерергә мөмкинлек бирәсәк. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең музыкаль программаларын үҙебеҙҙең илдекеләр генә түгел, сит илдекеләр ҙә күрә аласаҡ.
Был көндө бейеү театры концертын 100- ләгән кеше ҡараған. Хатта Ҡаҙағстан Республикаһынан ҡаҙаҡ бейеүенең хореограф-ҡуйыусыһы Арман Нурмөхәмәт улы ла онлайн- ҡарауға ҡушылған.
Артистар тамашасыларға донъя халыҡтары бейеүҙәрен дә тәҡдим итте. Шулай уҡ яратып ҡараған "Башҡортостан," "Бөрйән егеттәре", "Ҡымыҙсылар" хореографик композициялары ла күрһәтелде.