Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
30 Ноябрь 2020, 11:00

Башҡортостан - киң мәғлүмәт сараларында милли проекттар контекстында иң йыш телгә алыныусы өс төбәк араһында

Республикабыҙ МедиаИндекс күрһәткесе нигеҙендә 2020 йылдың октябрь айы йомғаҡтары буйынса төҙөлгән киң мәғлүмәт сараларында милли проекттар темаһы контекстында иң йыш телгә алыныусы төбәктәр рейтингында өсөнсө урынды яуланы. Был турала “Медиалогия” компанияһы сайтында хәбәр ителә.«Медиарейтингтың лидерҙары – Диңгеҙ буйы крайы, Краснодар крайы һәм Башҡортостан», - тиелә хәбәрҙә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Республикабыҙ МедиаИндекс күрһәткесе нигеҙендә 2020 йылдың октябрь айы йомғаҡтары буйынса төҙөлгән киң мәғлүмәт сараларында милли проекттар темаһы контекстында иң йыш телгә алыныусы төбәктәр рейтингында өсөнсө урынды яуланы. Был турала “Медиалогия” компанияһы сайтында хәбәр ителә.
«Медиарейтингтың лидерҙары – Диңгеҙ буйы крайы, Краснодар крайы һәм Башҡортостан», - тиелә хәбәрҙә.
Беренсе урынды яулаған Диңгеҙ буйы крайы киң мәғлүмәт сараларында «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса моделле китапханалар булдырыуға өҫтәмә финанслау алыу, «Демография» милли проекты сиктәрендә өлкән йәштәгеләр өсөн яңы типтағы йорт-интернат төҙөү, шулай уҡ «Экология» милли проекты ярҙамында төбәктә сүпте сорттарға айырыу комплексын асыу менән ингән.
Рейтингта икенсе урынды яулаған Краснодар крайы «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 2025 йылға тиклем 170 саҡрымдан ашыу төбәк юлдарын төҙөү һәм реонструкциялау буйынса пландары менән иғтибарҙы йәлеп иткән. Бынан тыш, мәғлүмәт саралары Кубандә «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә Төбәк менән идара итеү үҙәген булдырыу буйынса эштәрҙе тамамлауҙы ла киң яҡтыртҡандар.
Лидерҙар араһында өсөнсө урында – Башҡортостан. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, республикала «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә ярҙам итергә планлаштыралар. Шулай уҡ пресса республика халҡының «Һанлы иҡтисад» милли проекты ярҙамында өҫтәмә һанлы белем алыу мөмкинлеге тураһында ла яҙған.
Элегерәк операторы ТАСС булған «Рәсәйҙең киләсәге. Милли проекттар» порталы октябрҙә киң мәғлүмәт сараларының йышыраҡ «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» (34,6 мең хәбәр) һәм «Демография» (25 меңдән ашыу хәбәр) милли проекттары тураһында яҙыуҙарын хәбәр иткәйне.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://www.bashinform.ru
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: