Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Ноябрь 2020, 10:15

ЯҢЫ ҠОРАМАЛДАР АЛЫНҒАН

Күптән түгел Стәрлетамаҡтың 4-се балалар поликлиникаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы ҡорамалдар алынған.#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күптән түгел Стәрлетамаҡтың 4-се балалар поликлиникаһына “Һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә яңы ҡорамалдар алынған.
– Ультратауыш диагностикаһы бүлмәһенә ҡуйылған Affiniti 30 һәм SonoScape I-8000 ҡорамалдары ярҙамында балаларҙы йәһәт кенә тикшереп була, – ти табип Регина Иванова.
Шулай уҡ отоларинголог бүлмәһенә лоркомбайн тикшереү ҡорамалы ҡайтарылған. Уның менән кескәй пациенттарҙың ҡолаҡ, танау, тамаҡ ағзаларына эндоскопия үткәрелә икән. Поликлиникала интернатуранан һуң эш башлап ҡына тороусы Оксана Горина әйтеүенә ҡарағанда, әлеге диагностика аппараты ярҙамында органдарҙы ентекләберәк тикшерергә форсат бар.
Бынан тыш проект буйынса фундускамералар ҙа алынған. Күҙ табибы Гүзәл Ишмырҙина билдәләүенсә, камералар күҙҙең төбөн ентекле тикшерергә ярҙам итә. Элекке ҡорамалдар ярҙамында күҙ алмаһын ғына ҡарап булған.
– Заманса функциялы ҡорамалдар медицина хеҙмәткәрҙеренең эшен еңелләштереп кенә ҡалмай, пациентты бар яҡлап тикшереү ваҡытын кәметә һәм теүәл мәғлүмәт биреүгә булышлыҡ итә, – ти Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһының 2-се поликлиника бүлексәһе мөдире Шәмсинур Бүләкова.
Ысынлап та, балалар сәләмәтлеген ҡайғыртыуҙа медицина ярҙамының ваҡытында күрһәтелеүе һәм тулы мәғлүмәтле булыуы мөһим, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алып барылған эштәр был йәһәттән бермә-бер алға барыуға ҙур аҙым булып тора.
Автор: Римма Галимова
Читайте нас: