“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, мәҫәлән, “Г” рәүешендәге янып торған таяуҙар ҡуйып реконструкцияланған светофорҙар барлыҡҡа килде. Таяуҙарҙағы уттар светофор сигналын ҡабатлап күрһәтә. Шул рәүешле светофорҙың уттары йәйәүлегә лә, автоһәүәҫкәргә лә йыраҡтан уҡ күренеп тора.
Әйткәндәй, тәжрибә рәүешендә бындай ҡоролмалар ҡалала ҡуйыла башланы ла инде. Мәҫәлән, ундай ҡоролмалар Хоҙайбирҙин урамында күрергә була.