Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
25 Ноябрь 2020, 10:00

Бәләбәй ҡалаһының ижад коллективтары «Дуҫлыҡ» III Төбәк-ара фестиваль-конкурсында ҡатнашты

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һарайы ижад коллективтары Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында онлайн форматта үткән «Дуҫлыҡ» III Төбәк-ара фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Фестиваль-конкурста Башҡортостан Республикаһы ғына түгел, күрше өлкәләр коллективтары ла ҡатнашты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һарайы ижад коллективтары Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында онлайн форматта үткән «Дуҫлыҡ» III Төбәк-ара фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Фестиваль-конкурста Башҡортостан Республикаһы ғына түгел, күрше өлкәләр коллективтары ла ҡатнашты.
«Халыҡ вокалы» номинацияһында төрлө йәш төркөмдәрендә «Задорники» вокал ансамбле, «Реченька» рус йыры халыҡ ансамбле, «Русские звоны» халыҡ хор коллективы 1 дәрәжә Лауреаттары исемен яуланылар. «Хореография» номинацияһында «Хәрәкәт» хореография ансамбле төрлө йәштәр категорияһында 1,2 дәрәжә Лауреат, ә «Аҡбуҙат» халыҡ бейеүе ансамбле – 1 дәрәжә Дипломант булдылар. «Паяц» эстрада миниатюралары театры халыҡ коллективы «Халыҡ йолаһы өлөшө» номинацияһында 2 дәрәжә Дипломант булды.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://culture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: