Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Ноябрь 2020, 11:00

Сибайҙа етештерелгән колбасалар иң яҡшыһы

Район һәм ҡала хакимиәттәрендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәтен" ойоштороу дауам итә. Уларҙың күбеһе онлайн форматта йәки коронавирусҡа бәйле һаҡланыу сараларын теүәл үтәп башҡарыла. Ошо көндәрҙә Сибайҙа үткән "Инвест сәғәт"тә "Ит эшкәртеү предприятиеһының промышленность бинаһын реконструкциялау" проекты ҡаралды. Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, " Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Район һәм ҡала хакимиәттәрендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәтен" ойоштороу дауам итә. Уларҙың күбеһе онлайн форматта йәки коронавирусҡа бәйле һаҡланыу сараларын теүәл үтәп башҡарыла. Ошо көндәрҙә Сибайҙа үткән "Инвест сәғәт"тә "Ит эшкәртеү предприятиеһының промышленность бинаһын реконструкциялау" проекты ҡаралды. Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, " Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
"Башҡорт колбасалары" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙенең эшен 2019 йылдың декабренән башлай. Йылдан-йыл предприятиеның етештереү күләме арта һәм баҙар иҡтисадында лайыҡлы рәүештә үҙ урынны яулай бара. Улар етештергән продукцияны Башҡортостанда ғына түгел, Силәбе, Пермь өлкәләренән, Өфө, Белорет, Магнитогорск ҡалаларынан килеп алалар. "Магнит", "Байрам", "Башспирт" кеүек ҡеүәтле һатыу селтәрҙәре менән уңышлы эшләй. Бөтәһе 130-ҙан ашыу продукция сығарған йәмғиәт киләсәктә етештереү күләмен арттырырға иҫәп тота. Үҙҙәренең ассортиментын билмән, манты, котлет кеүек ярымфабриканттар менән байытырға ниәтләй.
Инвестиция күләме - 80миллион һум тәшкил иткән проектты 2 йыл дауамында сафҡа индереү талап ителәсәк. Бөтәһе 50 кешегә эш урындары буласаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды һәм уға ярҙам итеү өсөн төрлө фекерҙәр әйтелде, тейешле ҡарар ҡабул ителде.
Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото:ukastrum.ru

Читайте нас в