Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
20 Ноябрь 2020, 10:00

Өфөлә “Тулҡын” паркында ҙур реконструкция эштәре дауам итә

Әле күлде тәртипкә килтереү һәм амфитеатр төҙөү бара.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Әле күлде тәртипкә килтереү һәм амфитеатр төҙөү бара.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙөлөш эштәре барышын муниципалитет күҙәтеп бара. Аҙна һайын бында Өфөнөң Ленин районы хакимиәте, капиталь төҙөлөш идаралығы, заказсы һәм төҙөкләндереү буйынса техник күҙәтеү хеҙмәте, “Союзстройресурс”, “Уфастрой”, “Горзеленхоз” ойошмаларының берлектәге кәңәшмәһе үткәрелә.
Амфитеатр майҙаны өлөштәргә бүленгән эллипс рәүешендә эшләнгән. Архитектур объекттың үҙәк өлөшө гранит менән һалынған. Уны ноябрь аҙағында тамамларға ниәтләйҙәр.
Күлдең ярҙарын нығыталар. Уның тирә-яғына йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынасаҡ, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Парктың ҡап уртаһында киртләсле майҙан төҙөү планлаштырылған.
Реконструкция эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты буйынса алып барыла.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: