Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
20 Ноябрь 2020, 10:00

Эшһеҙҙәр һөнәри уҡытыуҙа һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам аласаҡ

«Демография» милли проектының яңыртылған редакцияһында яңы «Мәшғүллеккә булышлыҡ» федераль проекты барлыҡҡа киләсәк («Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллеге» проектын алмаштырасаҡ). Әгәр ҙә быға тиклем ярҙамды мәктәпкәсә йәштәге балалары булған әсәйҙәр һәм 50 йәштән өлкәнерәктәр генә ала алһа, яңыртылған проектта күберәк кеше ҡатнаша ала.#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

«Демография» милли проектының яңыртылған редакцияһында яңы «Мәшғүллеккә булышлыҡ» федераль проекты барлыҡҡа киләсәк («Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллеге» проектын алмаштырасаҡ). Әгәр ҙә быға тиклем ярҙамды мәктәпкәсә йәштәге балалары булған әсәйҙәр һәм 50 йәштән өлкәнерәктәр генә ала алһа, яңыртылған проектта күберәк кеше ҡатнаша ала.
РФ Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдан эшен юғалтҡан һәр кеше милли проекттың мөмкинлектәренән файҙалана, әгәр ҙә һөнәре буйынса эш таба алмаһа йәки уның һөнәре бөтөнләй булмаһа, ҡабаттан уҡый аласаҡ. Шулай уҡ был мөмкинлек эштән ҡыҫҡартылыу хәүефе янаған граждандарға ла биреләсәк.
Ҡабаттан уҡығанда, белем биреү программаларын тамамлаған кешеләр артабан эш таба алһын өсөн, ҙур иғтибар эш биреүсенең ихтыяжына бирелә. Уҡығандан һуң эшһеҙҙәр эшкә урынлашыуҙа ла ярҙам аласаҡ, ә эштән ҡыҫҡартылыу янағандар яңы белемдәре арҡаһында урындарын һаҡлап ҡала аласаҡ. Уҡыусы граждандар эшһеҙлек буйынса пособие алыуын дауам итәсәк.
«Демография» милли проекты тураһында тулыраҡ «Будущее России» порталында.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mintrud.bashkortostan.ru/
Читайте нас: