Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
19 Ноябрь 2020, 11:00

ЭКСПОРТ КҮЛӘМЕ АРТА

2020 йылдың 1 ноябренә алынған оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республика агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау 115,9 миллион доллар тәшкил иткән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, үҫеш - 40 миллион.#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

2020 йылдың 1 ноябренә алынған оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республика агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау 115,9 миллион доллар тәшкил иткән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, үҫеш - 40 миллион.

2020 йылға «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт продукцияһын экспортлау» төбәк проектының маҡсатлы индикаторы 115 миллион АҠШ доллары күләмендә ҡаралған. Уҙған йылда төбәктән агросәнәғәт комплексы продукцияһын һатыу күләме 112 миллион доллар тәшкил иткән, маҡсатлы күрһәткес 20 проценттан ашып киткән. 2024 йылға был һан 230 миллион долларға тиклем артырға тейеш.
Уҙған йылдағы кеүек үк, экспорттың төп өлөшө май продукцияһына (49,8%) тура килә, унан һуң май орлоҡтары, спирт, бал (17,7%) килә.
Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы 17 проценттан аҙ ғына артыҡ, бөртөклөләрҙе экспортлау дөйөм күләмдең 12,4 процентын тәшкил итә.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан алынды.
Читайте нас: