Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Ноябрь 2020, 10:30

Яңы быуын китапханалары арта

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты нигеҙендә модель муниципаль китапханалар асыуҙы финанслау күләмен арттырыуға бәйле, 2021 йылда яңы быуын китапханаларын ойоштороуға Рәсәй төбәктәрендә өҫтәмә һайлап алыу конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты нигеҙендә модель муниципаль китапханалар асыуҙы финанслау күләмен арттырыуға бәйле, 2021 йылда яңы быуын китапханаларын ойоштороуға Рәсәй төбәктәрендә өҫтәмә һайлап алыу конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде.
Конкурста еңеүселәр иҫәбендә Ҡариҙел һәм Учалы райондарының үҙәк китапханалары ла бар. Улар федераль ҡаҙнанан һәм республика бюджетынан 15-әр миллион һум аҡса аласаҡ. Был аҡса китап фондын яңыртыуға, мультимедиялы ҡорамалдар һатып алыуға, китапханаға килгәндәр өсөн уңайлы мөхит булдырыуға, китапхана белгестәрен уҡытыуға, шулай уҡ ошондай учреждениеларҙа һөҙөмтәле идара итеү алымдарын ғәмәлгә индереүгә йүнәлтеләсәк.
Әйткәндәй, 2021 йылда Башҡортостанда биш муниципаль модель китапхана асыу күҙаллана. Уларҙы йыһазландырыуға республика һәм федераль бюджеттан 60 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас: