Мораҙым
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
16 Ноябрь 2020, 11:00

Стәрлетамаҡта сквер төҙөкләндерелә

Стәрлетамаҡта, ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, “Салауат” кинокомплексы артындағы сквер төҙөкләндерелә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Стәрлетамаҡта, ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, “Салауат” кинокомплексы артындағы сквер төҙөкләндерелә.
Әле асфальт түшәү, брусчатка һалыу эштәре, шулай уҡ яҡтыртҡыстар ҡуйыу тулыһынса тамамланған. Аҙна аҙағына тиклем диодлы бәләкәй архитектур һындарҙы ҡуйып бөтөргә ниәтләйҙәр. Скверҙың көньяғында һәм төньяғында 50 урынлыҡ автомобиль туҡталҡаһы булдырылған. “Арка” һәм “Пергола” конструкциялары ҡоролған.
Скверҙа муниципаль бюджет иҫәбенә тауыҡ менән себештәрҙең, бизондарҙың боронғо мозаика һындарын реставрациялау күҙаллана. Был эште киләһе йылдың икенсе кварталына ҡалдырғандар.
Подрядсылар әйтеүенсә, материалдар ваҡытында килтерелмәү арҡаһында скверҙа төҙөкләндереү ғәмәлдәре тотҡарлаған. Әле подряд ойошмаһы ҡойманы гранит һәм сплитерлы плитә менән йөҙләй.
Скверҙа эште декабрь башына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: